Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
17 Март 2020, 12:41

Хәйбулаллар һыната буламы!

“Терра Башҡортостан” турнирында Айгиз Тазетдинов һәм Марат Латипов еңеү яуланы

Өфөнөң “Аҡбуҙат” ипподромында “Терра Башҡортостан” ат спорты турнирының икенсе миҙгеле башланды.
Яҙғы көндөң һалҡын ғына булыуына ҡарамаҫтан, ипподромда көйөрмәндәр бихисап ине. Уларҙың ышанысы аҡланды: ярыш бик сәмле барҙы, ә хәйбуллалар һәр саҡтағыса һынатманы.
Беренсе этапта Хәйбулла, Бүздәк, Ишембай, Федоровка райондары жокейҙары ҡатнашты. Турнир өс этапта барҙа. Беренсеһендә бер район һыбайлылары үҙ-ара ярышты. Әйткәндәй, хәйбуллалар жокейҙер һаны буйынса иң күбе ине. Фермер хужалыҡтарынан 9 һыбайлы турнирҙа ҡатнашты. Икенсе этапта дүрт райондан беренсе һәм икенсе урынды алғандар стартҡа сыҡты. Өсөнсөһөндә инде финишҡа беренсе килгән жокей һуңғы килгәндең аты менән алмашты, икенсе килгән һыбайлы ла артта килгән юртаҡты ейәрләне һәм артабан да шундай тәртип һаҡланды. Ярыш шарты буйынса турнирҙа тик башҡорт тоҡомло юртаҡтар ғына ҡатнашты.
Хәйбулла егеттәре Ишембай районы жокейынан ҡала икенсе, өсөнсө урындарҙы яуланы. Икенсе урында фермер Илгиз Тажетдиновтың улы 14 йәшлек Айгиз, өсөнсө урында фермер Илшат Үлйәбаевтың жокейы 25 йәшлек Марат Латипов.
Иң йәш һыбайлы Айгиздең еңеү яулауҙа үҙ сере бар:
--Юртағымды бары тик еңеүгә өгөтләнем. Ғөмүмән,сабыш аттарына күп иғтибар бирергә һәм һөйләшергә кәрәк,--тине ул.
Был көндө һәр ваҡыттағыса райондарҙан уңғандар үҙ продукцияларын һәм ҡул эштәрен тәҡдим итте. Хәйбулланың башҡорт балын, ҡымыҙын, ит һәм һөт продукцияларын тәмләп ҡараусылар күп булды. Ҡала халҡы араһында махсус рәүештә хәйбулла продукцияһын һатып алырға килеүселәр ҙә бар ине.
Читайте нас: