Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
14 Март 2020, 20:34

“Терра Башҡортостан” еңеүселәрҙе билдәләне

Этап һөҙөмтәләре буйынса Айгиз Тазетдинов 2-се, Марат Латипов 3-сө урындарҙы яуланы

Бөгөн Өфөнөң “Аҡбуҙат” ипподромында “Терра Башҡортостан” ат спорты турнирының икенсе миҙгеле башланды.
Яҙғы көндөң һалҡын ғына булыуына ҡарамаҫтан, ипподромда көйөрмәндәр бихисап ине. Уларҙың ышанысы аҡланды: ярыш бик сәмле барҙы.
Беренсе этапта Хәйбулла, Бүздәк, Ишембай, Федоровка райондары жокейҙары ҡатнашты.
Турнир өс этапта барҙа. Беренсеһендә бер район һыбайлылары үҙ-ара ярышты. Әйткәндәй, хәйбуллалар жокейҙер һаны буйынса иң күбе ине. Икенсе этапта дүрт райондан беренсе һәм икенсе урынды алғандар стартҡа сыҡты. Өсөнсөһөндә инде финишҡа беренсе килгән жокей һуңғы килгәндең аты менән алмашты, икенсе килгән һыбайлы ла артта килгән юртаҡты ейәрләне һәм артабан да шундай тәртип һаҡланды.
Өс этап һөҙөмтәһе буйынса, 14 йәшлек Айгиз Тазетдинов 2- се урынды яуланы.
25 йәшлек Марат Латипов 3-сө урынға сыҡты.
Республика турнирында лайыҡлы еңеүегеҙ менән ҡотлайбыҙ. Афарин, егеттәр!
Был көндө һәр ваҡыттағыса райондарҙан уңғандар үҙ продукцияларын тәҡдим итте. Хәйбулланың башҡорт балын, ҡымыҙын, ит һәм һөт продукцияларын тәмләп ҡараусылар күп булды.
Ҡала халҡы араһында махсус рәүештә хәйбулла продукцияһын һатып алырға килеүселәр ҙә бар ине. Вәзәм шәлдәре инде барыһына ла оҡшаны.

Читайте нас: