Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
12 Март 2020, 10:38

“Салауат Юлаев”ты хәҙер кемдәр көтә?

/

Бөгөн “Салауат Юлаев” үҙ боҙонда сираттағы мәртәбә Омскиҙың “Авангард”ы менән осрашты.
Командабыҙ һәр плей-офф уйындарында көйәрмәндәрен көсөргәнештә тота, тулҡынланырға мәжбүр итә һәм, ҡыуанысҡа күрә, ҡапыл еңеү яулай. Сираттағы матч та шулай булды.
“Салауат Юлаев” бөгөн 4:1 иҫәбе менән еңде! Күрше ҡапҡаға шайбаларҙы Сакари Маннинен, Тему Хартикайнен, Дмитрий Кугрышев һәм Эдуард Ғиматов индерҙе.
“Авангард”тың голкиперы Игорь Бобков матч аҙағына тиклем уйнай алманы. Ҡапҡаһына өсөнсө шайбаны индергәс, тренерҙар уны алмаштырҙы. Шулай итеп, матчтың 31-се минутынан һуң “Авангард”тың ҡапҡаһын Эмиль Ғарипов һаҡланы.
Серияла иҫәп – 4:2.
Тиҙҙән “Салауат Юлаев” командаһы “Аҡ Барыҫ” менән осрашасаҡ. Унда ла хоккейсыларыбыҙға уңыш юлдаш булһын!
Фото: “Башинформ”.
Автор: Айһылыу Низамова.
Читайте нас: