Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
11 Октябрь 2019, 23:07

Виталий Рогалев 3-сө урынды яуланы!

Бөгөн, Республика көнөндә, Өфө ҡалаһында "Терра-Башҡортостан" атлы спорт турниры финалы үтте.


Унда Дыуан, Илеш, Дүртөйлө, Белорет, Федоровка, Ҡыйғы, Бишбүләк, Стәрлетамаҡ, Көйөргәҙе, Күгәрсен, Борай һәм Хәйбулла райондарынан алдағы турнир этаптарында иң яҡшы тип танылған жокейҙар ҡатнашты.
Финал турнир ике этаптан торҙо. Сәмле ярыш һөҙөмтәһендә Виталий Рогалев өсөнсө урынды яуланы. Был ҙур еңеү! Афарин, Виталий!
Читайте нас: