Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
29 Сентябрь 2019, 14:37

Хәйбулла һыбайлыларын кем уҙһын инде!

28 сентябрҙә Өфө ҡалаһының Аҡбуҙат ипподромында "Терра Башкирия" ат сабышы буйынса спорт турниры үтте. Республика ипподромында Бәләбәй, Ғафури, Кушнаренка, Хәйбулла һәм Яңауыл райондарынан иң яҡшы һыбайлылар башҡорт тоҡомло аттарҙа көс һынашты.

Хәйбулла районынан 4 спортсы ҡатнашты. Бына улар--Фазылйән Ғәббәсов, Рушан Ишбулдин, Виталий Рогалев, Илфат Мәмбәтов. Уларҙың иң йәшенә 20 һәм иң өлкәненә 62 йәш!


Ярыш һөҙөмтәләре буйынса 5 район араһында Хәйбулла районынан Виталий Рогалев (Степной ауылы) иң яҡшы спортсы тип билдәләнеп, 1се урынды яуланы. 20 йәшлек Илфат Мәмбәтов Хәйбулла районы чемпионы тип танылды. Афарин!

Турнир барышында республика райондары күргәҙмәләре ойошторолдо. Унда крәҫтиән-фермер хужалыҡтары ҡымыҙ, бал, ит һәм һөт продукциялары тәҡдим итте.
Читайте нас: