Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
12 Июль 2019, 13:21

Беҙҙекеләрҙә—икенсе алтын!

Мәғлүм булыуынса, Өфөлә 53-сө Халыҡ-ара балалар уйындары үтә. Беренсе ярыш көнө Өфө командаһы өсөн уңышлы булды. Тағы бер алтын миҙал—Өфө командаһында!

Мәғлүм булыуынса, Өфөлә 53-сө Халыҡ-ара балалар уйындары үтә. Беренсе ярыш көнө Өфө командаһы өсөн уңышлы булды. Тағы бер алтын миҙал—Өфө командаһында!
Был юлы Өфө командаһы копилкаһына икенсе алтынды 14 йәшлек йөҙөүсе, 18-се олимпия резервы спорт мәктәбе уҡыусыһы Виктория Лисицкая һалды. Љыҙ, брасс алымы менән 100 метрлы дистанцияла еңеп, пьедесталдың беренсе баҫҡысына күтәрелде.
Икенсе урында Ырымбур спортсыһы Ксения Степанова. Бронза миҙалды Литванан йәш йөҙөүсе яуланы.
М.Ѓәлиева әҙерләне.
Читайте нас: