Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
5 Март 2019, 11:40

Яугир иҫтәлегенә ярыш

Яугир иҫтәлегенә ярыш


Балдыбаев Шамил Хәкимйән улы 1982 йылдың 29 ғинуарында Әбүбәкер ауылында ғаиләлә өсөнсө бала булып донъяға килгән. Әбүбәкер урта мәктәбендә 9-сы класҡа тиклем белеем ала. Мәктәптә уҡыу йылдарында ул төрлө спорт ярыштарында әүҙем ҡатнашты, бигерәк тә саңғы, волейбол, баскетбол төрҙәрен үҙ итте. Шулай уҡ ҡурай, бейеү түңәрәктәренә яратып йөрөнө. Ҡартатаһы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Сабирйән Сибәғәт улына оҡшап, бейеүсе булды. Мәктәпте тамамлағас, 110-сы Аҡъяр һөнәрселек училищеһының, фермер-арендатор бүлегенә уҡырға инде. Училищела ул үҙен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтеп, милли көрәш буйынса спорт секцияһында шөғөлләнде. Училище командаһы составында Өфө, Баймаҡ ҡалаларында сығыш яһап, призлы урындар яуланы. Училищены тамамлағас, көҙ көнө Рәсәй Армияһы сафтарына алынды.

Армия хеҙмәтен ул Ставрополь крайында мотоуҡсы ғәскәрҙәре сафында башлай. Бында ул 6 ай буйына хәрби хеҙмәт оҫталыҡтарын өйрәнә. Учебканан һуң уларҙы Тыуған илебеҙҙең төрлө ҡалаларына хәрби хеҙмәтте дауам итергә оҙаталар. Яҙмыш ҡушыуы буйынса Шамил Чечен Республикаһына йүнәлтелә. Ул хеҙмәт иткән мотоуҡсы батальоны Грозный ҡалаһының Төнъяҡ аэропортын һаҡлай. Һаҡ ротаһының уҡсы сифатында ул хеҙмәтен уңышлы ғына дауам итә. 8 октябрь уның өсөн ҡәһәрле көн була, аэропортҡа бандиттар һөжүм итә. Ҡаты бәрелеш ваҡытында Шамил үлемесле яралана. Уны Төнъяҡ Осетияның Владикавказ ҡалаһына хәрби госпиталгә оҙаталар. 7 көн буйына табиптар уның ғүмере өсөн көрәшә, тик 14 октябрҙә яҡташыбыҙ аңына килә алмайынса, һәләк була.

Уға ни бары 19 йәш ине...

Шундай ҡыҫҡа ғына ғүмере эсендә ул үҙен ысын дуҫ, өлгөлө спортсы ғаиләһе өсөн хәстәрлекле ул итеп күрһәтте. Беҙ уны бер ҡасан да онотмаясаҡбыҙ. Ошо көндәрҙә Әбүбәкер мәктәбендә Чечен Республикаһында хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған ауылдашыбыҙ, уҡыусыбыҙ Шамил Балдыбаевтың яҡты иҫтәлегенә арналған сара үтте. Уҡытыусы Солтан Ғүмәр улы Шамил мәрхүмдең ҡыҫҡа ғына тормош юлы тураһында һөйләп үтте. Бер минут тынлыҡтаң һуң һүҙ саҡырылған ҡунаҡтарға бирелде. Туғандары исеменән Йәмил ағай Балдыбаев, Федровка ауыл хәкимиәте башлығы Наталья Лебедева, беренсе уҡытыусыһы Мәликә Балдыбаева Шамил Балдыбаевтың бала сағын, уҡыу йылдарын, армия сафына оҙатҡан көнөнә тиклем, гел генә яҡты, матур хәтирәләрҙә иҫкә алдылар. Мәктәп уҡыусылары концерт номерҙары менән сығыш яһаны. Шамил мәрхүмгә мәктәп стенаһында урынлаштырылған тактаташ ҡа сәскәләр һалынды.

Сараның икенсе өлөшөндә Әбеш, Йәнтеш, Әбүбәкер мәктәп уҡыусылары волейбол буйынса көс һынашты. Ярыш һөҙөмтәләре буйынса 1- се урынға Әбүбәкер мәктәбе командаһы, 2- се урынға Йәнтеш, 3- сө урынға Әбеш мәктәбе командаһы лайыҡ булды. Кубок Әбүбәкер мәктәбендә ҡалды. Шулай уҡ Наталья Семёновна “Берҙәм Рәсәй” партияһы исеменән еңеүсе командаларға “Берҙәм Рәсәй” һәм “Хәйбулла хәбәрҙәре” гәзитенә алдағы ярты йыллыҡҡа подписка бүләк итте.

Был сарала ҡатнашҡан һәр бер кешенең күҙ алдында тырыш, сәмсел, дәртле, спорт яғынан көслө булған , бейергә яратҡан бәһлеүән йәш егет күҙ алдында баҫҡандыр. Был изге сараны ойоштороуҙа ярҙам иткән мәктәбебеҙ бағымсыһы Филюс Мөғәллим улы Сираевҡа ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Сараның маҡсаты изге — йәштәр араһында сәләмәт тормошто пропагандалау һәм хәрби бурыс үтәгәндә һәләк булғандарҙың исемен мәңгеләштереү. Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ...
Читайте нас: