Бөтә яңылыҡтар
СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
15 Ноябрь 2022, 11:09

Ҡайһы һөнәргә күберәк резюме ебәрәләр?

Башҡортостанда эш эҙләп төрлө ойошмаларға резюме яҙыусылар  11 процентҡа артҡан. Күпселек ҡайҙа эшләргә теләй?

Ҡайһы һөнәргә күберәк резюме ебәрәләр?
Ҡайһы һөнәргә күберәк резюме ебәрәләр?

Башҡортостанда эш эҙләп төрлө ойошмаларға резюме яҙыусылар  11 процентҡа артҡан. Күпселек ҡайҙа эшләргә теләй?

Рәсәйҙәге иң ҙур рекрутинг-платформа булған “hh.ru” сайты хәбәр итеүенсә, интернетта резюме яҙып эш эҙләүселәр һаны быйылғы октябрҙә былтырғы шул уҡ осор менән сағыштырғанда 11 процентҡа күбәйгән. Шул уҡ осорҙа “Административ персонал” өлкәһендә урын һораусылар 40 процентҡа, “Мәғлүмәт технологиялары, интернет, телеком” буйынса 31 процентҡа артҡан.

“Эш эҙләүселәрҙең мәғлүмәт технологияларына ҡыҙыҡһыныуы артыуы – был даирәләге ылыҡтырғыс шарттар (эш хаҡының юғары булыуы, дистанцияла эшләү мөмкинлеге, социаль пакет һ.б.) ғына түгел. Быйыл беҙ абруйлы ИТ-курстарҙы тамамлаған йәштәрҙең түбән вазифаларға ла күп ынтылыуын теркәйбеҙ. Бынан тыш, белгестәр санкциялар хәүефенә ҡаршы тора алырҙай һәм мобилизациянан бронь вәғәҙә иткән ойошмаларҙы ла эҙләй”, – ти “hh.ru. Урал” сайтының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Анна Осипова.

Фото: yandex.ru.

Автор:Рәшит Кәлимуллин.
 
https://bashgazet.ru/articles/sotsial-m-s-l/2022-11-15/ay-y-n-rg-k-ber-k-rezyume-eb-r-l-r-3029918
Автор:
Читайте нас: