Бөтә яңылыҡтар
СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
25 Февраль 2022, 14:09

Ишектәребеҙ һәр кемгә асыҡ

-

Ишектәребеҙ һәр кемгә асыҡ
Ишектәребеҙ һәр кемгә асыҡ

Ғаилә хеҙмәтенең эшмәкәрлеге социаль яҡлауға һәм ярҙамға  мохтаж ғаиләләрҙе, ҡатын-ҡыҙҙарҙы асыҡлауға йүнәлтелгән. Районда был хеҙмәт биш йыл уңышлы эшләй. Уның эшмәкәрлеге менән яҡынданыраҡ танышыу өсөн Хәйбулла районы Ғаилә хеҙмәте етәксеһе Динә Аҡҡужина менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

-Динә Ревмир ҡыҙы, Ғаилә хеҙмәтенең эшмәкәрлеге менән яҡынданыраҡ таныштырып үтһәгеҙ ине.

- Ғаилә хеҙмәте граждандарға педагогик, психологик, юридик һәм социаль ярҙам күрһәтеү маҡсатында булдырылған. Бөтә хеҙмәттәр ҙә бушлай күрһәтелә. Төп бурысыбыҙ - дәүләт ғаилә сәйәсәтен тормошҡа ашырыу, ғаилә институтын нығытыу, ата-әсә яуаплылығын үҫтереү, граждандарға, мохтаждарға социаль хеҙмәттәр күрһәтеү. Ауыр тормош хәлендә ҡалған, социаль яҡтан имен булмаған ғаиләләрҙе асыҡлайбыҙ.

- Һеҙҙең үҙәккә кемдәр мөрәжәғәт итә ала?

-Проблемаһы булған төрлө категорияға ҡараған граждандар мөрәжәғәт итә ала. Улар ярҙамға мохтаж ишле, аҙ тәьмин ителгән, тулы булмаған, инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр, мөмкинлектәре сикләнгән, яңғыҙы йәшәгән граждандар. Юридик һәм психологик ярҙам һорап бөтәһе лә мөрәжәғәт итә ала. Берәүгә лә ярҙамдан баш тартмайбыҙ.

-Эшегеҙ нимәләрҙән тора?

-Төп эш формаһы – ул ғаиләләр менән консультациялар, осрашыуҙар, әңгәмәләшеүҙәр үткәреү, хоҡуҡ, социаль ярҙам төрҙәре, социаль түләм буйынса мәғлүмәт биреү, аңлатыу, документтар әҙерләргә ярҙам итеү. Беҙ бихисап ведомстволар, район үҙәк дауаханаһы, пенсия фонды, эске эштәр бүлеге, белем биреү ойошмалары, балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приюты, ауыл биләмәләре хакимиәттәре, мәшғүллек үҙәге, социаль страховкалау фонды һәм башҡалар менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Мәҫәлән, ауыл биләмәһе хакимиәте йәки башҡа ведомстволар беҙгә ярҙамға мохтаж ғаилә тураһында мәғлүмәт  ебәрә ала.

 

Мәҡәләне тулыраҡ гәзитебеҙҙең 8-се һанында уҡығыҙ.

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас: