Бөтә яңылыҡтар
СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
20 Апрель 2021, 16:38

Һемәйтеп ҡуймаһындар...

/

Республикала пенсияларҙы ҡайтанан иҫәпләтеү буйынса хеҙмәт күрһәткән ойошмаларға ҡарата дәғүәләр артҡан. Ғәмәлдә рекламалағы лозунгтар менән һөҙөмтә тап килмәй. Пенсияны арттырырға вәғәҙә итеп, пенсионерҙарҙан документ йыйыу өсөн күп аҡса талап итәләр. Уларҙың ҡармағына нисек эләкмәҫкә?

Юридик ярҙам үҙәгенең элекке клиенты әйтеүенсә, компания кабинеттарында кешеләрҙе алдаштыралар. Тәүге бушлай тип иҫәпләнгән консультация уға 32 мең һумға төшкән. “Бер хеҙмәт вәғәҙә итәләр, ә килешеүгә икенсе нәмәне яҙалар”, – тип аптырай ул. Документҡа ярашлы, компания Пенсия фондына, социаль яҡлау органдарына дәғүәләр әҙерләй. Әммә пенсияны яңынан иҫәпләүҙән баш тарталар.

Пенсия фондынан пенсияны арттырып булмауы тураһында яуап килгәс, юристар уны судта ҡарауҙы тәҡдим итә, бының өсөн тағы 78 мең һум аҡса һорайҙар.

Билдәле булыуынса, 20-нән ашыу пенсионер был юридик фирманың эшмәкәрлегенә ҡарата ялыу менән мөрәжәғәт иткән. Әле ғаризалар буйынса тикшереү эше бара. Прокуратура, “Роспотребнадзор” органдары ла йәлеп ителгән. Эксперттар әйтеүенсә, тәү сиратта килешеү предметына иғтибарлы булырға кәрәк. Икеләнәһегеҙ икән, ҡултамғағыҙҙы ҡуймағыҙ.

Мутлыҡ, уғрылыҡ, алдаҡсылыҡ күкрәп “сәскә атҡан” заманда йәшәйбеҙ. Иҫте килтерерлек хәл-ваҡиғалар көн һайын тигәндәй булып тора. Нефтекамала теркәлгән сираттағы ошондай хәсис ҡылыҡ та шуға асыҡ дәлил. Үҙҙәрен социаль хеҙмәткәрҙәр тип танытҡан ике ҡатын, 92 йәшлек әбейҙең өйөнә инеп, уны бер тин аҡсаһыҙ ҡалдырған. Әле полиция был оятһыҙ ҡатындарҙы эҙләү менән мәшғүл.

Пенсионер әйтеүенсә, саҡырылмаған ҡунаҡтар, йәнәһе, әбейҙең көнкүреш шарттары менән танышырға килгән. Береһе уны кухняла һүҙ менән әүрәтеп торғанда, икенсеһе күрше бүлмәгә инеп китә. Ҡатындар сығып киткәс кенә ветеран 126 мең һум аҡсаһынан елдәр иҫкәнен асыҡлай.
Тағы бер тапҡыр иҫкәртәбеҙ: таныш булмаған кешеләрҙе шәхестәрен асыҡламайынса йорттарығыҙға индермәгеҙ. Ғаиләгеҙҙәге өлкәндәрҙе киҫәтеп, һаҡ булырға өйрәтеп, аңлатып тороғоҙ.
Автор: Динә АРЫҪЛАНОВА.
https://bash.rbsmi.ru/articles/sotsial-m-s-l/em-ytep-uyma-yndar-/
Читайте нас: