Бөтә яңылыҡтар
СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
17 Апрель 2021, 08:54

Балалы ғаиләләр - иғтибар үҙәгендә

Былтыр Башҡортостанда 3 йәштән 7 йәшкә тиклемге балаларға тейеш пособиены 137212 бала тәрбиәләгән 106711 ғаилә алған.

21 апрелдә Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаясаҡ. Белеүебеҙсә, үткән йылғы Мөрәжәғәтнамәлә балалы ғаиләләргә, уларҙы социаль яҡлауға ҙур иғтибар бүленеп, аныҡ саралар билдәләнгәйне.
Мәҫәлән, килеме йәшәү минимумынан (кеше башына 10186 һум) аҙыраҡ булған ғаиләләр быйылдан өс йәштән ете йәшкә тиклемге балаларына өҫтәмә пособие алыу хоҡуғына эйә булды.
Үткән йылда Башҡортостанда өс йәштән ете йәшкә тиклемге балаларға тейеш пособиены 137 212 бала тәрбиәләгән 106 711 ғаилә алған. Матди ярҙамдың дөйөм күләме ете миллиардтан ашыу, ә ил буйынса 214 миллиард һум тәшкил иткән. Әлегәсә ғаиләләр 4984,5 һум алһа, быйылдан был сумма 10 077 һумға тиклем етә ала. Был осраҡта ғаиләнең килем күләме иҫәпкә алына.
2021 йыл аҙағынаса өс йәшкә тиклемге бөтә балаларҙы ясли урындары менән тәьмин итеү бурысы ла ҡуйылғайны. Башҡортостан яңы ясли урындары асып, бөтә федераль талаптарҙы үтәне. Ике айҙан өс йәшкәсә балаларҙы мәктәпкәсә белем һәм тәрбиә менән тәьмин итеү кимәле 100 процентҡа тиң. Ҡайһы бер төбәктәрҙә өс йәштән ҙурыраҡ балаларға урындар менән проблемалар бар әле. Былтыр республикала йәмғеһе 3900 урынға иҫәпләнгән 24 балалар баҡсаһы төҙөлгән. Мәсьәләне хәл итеү өсөн Башҡортостанда яңы программа ғәмәлгә ашырыла башланы: әгәр ике айҙан өс йәшкәсә балаға баҡсала урын булмай икән, ата-әсә уны шәхси мәктәпкәсә тәрбиә учреждениеһына йөрөтә ала, был осраҡта сығымдарҙы бюджет түләй.
Мөрәжәғәтнамәне тормошҡа ашырыуға ярашлы булдырылған был саралар ил Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Демография” милли проекты ҡуйған бурыстарға ла тулыһынса яуап бирә.
Фото: zhdumalisha.ru
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: