Бөтә яңылыҡтар
СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
5 Апрель 2021, 19:39

Атай кеше нисек декрет ялына китә ала?

Рәсәйҙең Хеҙмәт министрлығы хәбәр итеүенсә

Рәсәйҙең Хеҙмәт министрлығы тағы ла бер тапҡыр атайҙарҙың да декрет ялына китеү мөмкинлеге, был осорҙоң хеҙмәт стажына индерелеүе хаҡында иҫкә төшөрҙө.
“Баланы тәрбиәләгән осорҙо атайҙың хеҙмәт стажына индерәсәктәр”, - тип хәбәр иттеләр ведомствонан. Шуның менән бергә ялды әсә менән сиратлап алырға йәки бүлешергә лә мөмкин. Декрет ялына китеү өсөн иргә эшендә ғариза яҙырға кәрәк, сабыйҙың тыуыуы тураһындағы таныҡлыҡты һәм ҡатынына эш урынынан ял бирелмәүен раҫлаған белешмәне килтереү мотлаҡ. Рәсәйҙә атайҙарҙың ике проценты сабыйҙарын тәрбиәләү буйынса отпуск ала.
Бынан тыш, атай кешенең сабыйына пособие алыу мөмкинлеге бар. Ул ата-әсәнең кемеһенә булһа ла балаға йәш ярым тулғансыға ҡәҙәр түләнә. Пособие алыу өсөн эш биреүсегә сабыйҙың тыуыуы йәки уны уллыҡҡа алыу тураһында танытма, әсәнең пособие алмауын раҫлаған белешмә килтереү мотлаҡ.
Фото: Skorohod-nn.ru
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: