1 – 30 апрелдә республиканың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы белгестәре түләүле эштәр һәм хеҙмәттәр өлкәһендәге һорауҙарға бушлай яуап бирәсәк. “Бер ай буйы Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы белгестәре эштәрҙе йәки хеҙмәттәрҙе атҡарғанда уларҙы атҡарыу ваҡытын боҙоу осраҡтары, шулай уҡ ҡулланыусының эштәрҙе атҡарыу тураһындағы килешеүҙе үтәүҙән баш тартыу хоҡуғы тураһында һөйләйәсәк”, – тип белдергән ведомствоның матбуғат хеҙмәте.
“Ҡыҙыу бәйләнеш” телефоны: 8(347) 218-09-78. Бынан тыш, ҡулланыусыларҙың судҡа тиклемге дәғүә ҡағыҙын тултырыуҙа ҡыйынлыҡтар булһа, Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығына мөрәжәғәт итә ала. Уның адресы: Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 13-сө йорт.
Мәҫәлән, түләүле косметология йәки медицина дауаланыуы хеҙмәттәре менән бәйле һорауҙарығыҙ бар икән, шылтырата алаһығыҙ. Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырырға ярҙам итәсәк.