Бөтә яңылыҡтар
СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
25 Март 2021, 22:02

Юлдар, юлдар

Хәйбулла районы юл ремонтлау һәм төҙөү идаралығы йыл да юлдарҙы ремонтлау буйынса күләмле эштәр башҡара. Әле улар һалҡын ҡатнашма ярҙамында юл япмаһының етешһеҙлектәрен бөтөрөү менән шөғөлләнә башланы //

Хәйбулла районы юл ремонтлау һәм төҙөү идаралығы йыл да юлдарҙы ремонтлау буйынса күләмле эштәр башҡара
Ҡағиҙә булараҡ, юлдарҙағы соҡор-саҡырҙарҙы ямау эштәре иртә яҙҙан башҡарыла. Сөнки ҡар иреү менән машина тәгәрмәстәре асфальттың соҡор-саҡырҙарын һанай ҙа башлай.
Хәйбулла ДРСУ-һы начальнигы А.Суфьянов "Бәйләнештә" төркөмөндәге сәхифәһендә хәбәр итеүенсә, Хәйбулла юл ремонтлау һәм төҙөү идаралығы хеҙмәткәрҙәре һалҡын ҡатнашма ярҙамында юл япмаһының етешһеҙлектәрен бөтөрөү менән шөғөлләнә башлаған.
Читайте нас: