Бөтә яңылыҡтар
СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
20 Март 2021, 11:35

Компенсацияға 100 миллион һум аҡса йүнәлтелә

Былтыр 200 ғаиләгә 50 миллион һум түләнгәйне.

Былтырғы көҙҙән республикала өс һәм унан күберәк бәлиғ булмаған бала, шулай уҡ бәлиғ булмаған инвалид бала тәрбиәләгән, шәхси торлаҡ төҙөлөшө өсөн бушлай ер участкаһына сиратта торған ғаиләләр ер участкаһы урынына 250 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләү алыу мөмкинлегенә эйә булды.
Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, бөгөн республикала күп балалы һәм инвалид бала тәрбиәләгән 15 меңдән ашыу ғаилә ер участкаһына сиратта тора, шул иҫәптән алты мең самаһы – Өфө ҡалаһында.
Ағымдағы йылда ер участкаһы урынына аҡсалата компенсация түләү өсөн республика бюджетынан 100 миллион һум аҡса бүленәсәк. Былтыр ошо маҡсатта 200 ғаиләгә 50 миллион һум түләнгәйне.
Был турала БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай ултырышында ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская белдерҙе.
Мәғлүм булыуынса, демография мәсьәләләре Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарында төп бурыстарҙың береһе булараҡ билдәләнә. Илдә уңышлы тормошҡа ашырылған “Демография” милли проекты сиктәрендә күп балалы ғаиләләргә төрлө яҡлап ярҙам күрһәтелә.
Фото: news.guranka.ru
Автор: Римма Султанова
Читайте нас: