Бөтә яңылыҡтар
СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
19 Март 2021, 21:06

Үҙ ҡыҙы атаһын ҡарауҙан баш тартҡас...

Ике аяҡһыҙ инвалидты халыҡтан хәйер йыйып ултырырға мәжбүр иткәндәр. Сатлама һыуыҡта ҡулдары туңғас...

Ирекмәндәр Өфөлә йорт-ерһеҙ берәҙәклек иткән инвалидҡа тыуған яғы Төмәнгә ҡайтырға ярҙам иткән.
Ике аяҡһыҙ инвалидты яуыз ирҙәр үҙ мәнфәғәтендә файҙаланған: уны Төмәндә приютта йәшәгән еренән Өфөгә алып килеп, халыҡтан хәйер йыйырға йәлеп иткәндәр. 64 йәшлек ир эскелек сәбәпле аяҡһыҙ ҡалған, туғандары унан баш тартҡан.
Виктор Пинигиндың әйтеүенсә, ул урамда кешеләрҙән көнөнә 20 мең һум тирәһе аҡса йыйып, теге әҙәмдәргә тапшырған. Үҙе кеүек асарбаҡтар менән иҫке баракта йәшәгән. Ҡышҡы һыуыҡта ҡулдарын туңдырып, Октябрьский ҡалаһы дауаханаһына эләккән. Тап ошонда берәҙәккә “Лиза Алерт” отрядынан бер ҡыҙ иғтибар иткән. Ирекмәндәр бергәләп уйлашҡас, пенсионерҙы тыуған яғына илтергә, туғандарын эҙләшергә ҡарар итә. Тик ҡарттың ҡыҙы атаһын үҙенә тәрбиәгә алыуҙан баш тарта. Виктор Пинигинды элек үҙенә һыйындырған “Мәрхәмәт” приюты ризалыҡ биргәс, ирекмәндәр уны Төмәнгә машина менән илтергә була. 11 сәғәттән һуң улар тәғәйен урынға барып етә.
Енәйәтселәрҙең ярҙамға мохтаж инвалидтарҙы эре ҡалаларға аҡса йыйыу өсөн алып китеүҙәре һирәк күренеш түгел. Йыш ҡына уларҙың яҙмышы фажиғәле тамамлана. Ярай әле был юлы ирекмәндәр ярҙам ҡулы һуҙған.
Фото: ”Лиза Алерт”.
Автор: Дина Арсланов
Читайте нас: