Бөтә яңылыҡтар
СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
19 Март 2021, 10:36

Балалар пособиеһы күләме арта

Ошо турала республика Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте.

1 апрелдән Башҡортостандың 100 мең ғаиләһе 3-7 йәшлек балалар өсөн арттырылған пособие аласаҡ. Ошо турала республика Башлығы Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итә. Бөгөн Башҡортостанда аҙ тәьмин ителгән (ғаиләнең дөйөм килеме йәшәү минимумынан, йәғни 10015 һумдан кәмерәк булһа) 3 йәштән алып 7 йәшкә тиклемге балалар үҫтергән ғаиләләр өҫтәмә дәүләт ярҙамына дәғүә итергә хоҡуҡлы. Уның күләме республикала балалар өсөн йәшәү минимумының 50 процентын тәшкил итә – 5038,5 һум.
Ағымдағы йылдың 1 апреленән пособиены алыу шарттары үҙгәрә. Уның асылы шунда: 5038,5 һум күләмендәге түләүҙәр ғаиләнең һәр ағзаһын йәшәү минимумы менән тәьмин итмәгән осраҡта, уны республикала иҫәпләнгән йәшәү минимумынан 75 йәки 100 процент итеп алып була.
Төбәк Башлығы түләүҙәргә дәғүә итеүселәр үҙҙәренең хеҙмәт урындары булыуын йәки эшләмәгән булһалар, уның сәбәбен (мәҫәлән, ауырыу, декрет отпускыһында булыу һ.б.) дәлилләргә тейешлектәрен һыҙыҡ өҫтөнә ала. Шул уҡ ваҡытта күсмә һәм күсемһеҙ милек тә баһаланасаҡ.
Ғаризаны 1 апрелдән Дәүләт хеҙмәте порталында, күп функциялы үҙәктәрҙә, халыҡты социаль яҡлау идаралыҡтарында бирергә мөмкин.
Белешмәләрҙе 8 (347) 200-80-80 телефоны аша алырға була.
Фото: “Башинформ”.
Автор: Римма Султанова
Читайте нас: