Бөтә яңылыҡтар
СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
13 Март 2021, 09:19

Ғиләжевтарға – сертификат!

Йәнтеш ауылынан күп балалы ғаиләгә торлаҡ төҙөүгә сертификат тапшырылды

«Башҡортостан Республикаһының ауыл территорияларын комплекслы үҫтереү» дәүләт программаһы сиктәрендә беҙҙең районда ла күп балалы ғаиләләргә торлаҡ һатып алыуға йәки төҙөүгә сертификаттар тапшырыла.
Кисә район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов Йәнтеш ауылынан Ғиләжевтар ғаиләһенә ауыл ерендә торлаҡ төҙөүгә социаль түләүҙәр биреү тураһында таныҡлыҡ тапшырҙы. Рәфҡәт һәм Земфира Ғиләжевтар ғаиләһендә дүрт бала тәрбиәләнә. Ҡотлайбыҙ!
Фото:Хәйбулла районы хакимиәте
Читайте нас: