Бөтә яңылыҡтар
СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
26 Февраль 2021, 20:07

Тол ирҙең тормошо яйлана кеүек

Ир сабыйын тәрбиәләү өсөн декрет отпускыһы алырға мәжбүр була...

Өс бала менән яңғыҙ ҡалған, ипотека буйынса ҙур бурысҡа батҡан Богдандың ғаиләһе тураһында яҙғайныҡ инде. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Богдан Демченко Өфөнөң Инорс биҫтәһендә өс ҡыҙы менән йәшәй. Өлкән ҡыҙына -18, уртансыһына-10 йәш, иң кесеһенә - дүрт кенә ай. Коронавирус эпидемияһы арҡаһында ике бүлмәле фатир өсөн ғаиләнең ипотека бурысы арта, банк талабы буйынса уны тартып алыу хәүефе тыуа. Алда ғаиләне оло ҡайғы аңдып тора - ҡатыны Наталья сирҙән һауыға алмай вафат була. Ир сабыйын тәрбиәләү өсөн декрет отпускыһы алырға мәжбүр була. Санкт- Петербургта уҡыған оло ҡыҙы һеңлеләрен ҡарашырға ҡайтҡас, ир таксиҙа эшләп йәшәү өсөн аҡса таба.
Богдандың дуҫтары иргә ипотека буйынса бурысты ҡаплашырға теләп, ғаиләгә аҡса тупларға ярҙам итмәксе була. Ысынлап та, ғаилә яҙмышына битараф булмаған мәрхәмәтле кешеләрҙең байтаҡ икәнлеге асыҡлана. Богдан, әлбиттә, бындай шәфҡәтлелеккә өмөт итмәй. Уның әйтеүенсә, банкка түләү өсөн бер миллион тирәһе аҡса йыйылған. ”Күптәр берәр, өсәр мең аҡса күсергән, бөтәһенә лә ҙур рәхмәт,- тип ғәжәпләнә ул. – Хатта Италиялағы таныштарыбыҙ ярҙам итте.”
Ул ғына ла түгел, банк менән яңы килешеүҙе төҙөү буйынса кәңәш биреүселәр ҙә күп, сөнки банк бурысты тулыһынса ҡайтарыу буйынса бер нисә вариант тәҡдим иткән. Йыйылған бер миллион һум һәм әсәлек капиталын банкка түләгәндән һуң да ғаиләгә бер нисә йыл буйына бурысты ҡайтарырға тура киләсәк. Һәр хәлдә өс балалы ғаилә урамда ҡалмаҫ, тип өмөт итәбеҙ.
Фото:Ufa1.ru
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: