Бөтә яңылыҡтар
СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
17 Февраль 2021, 16:08

Йод ҡытлығына юл ҡуйылмаясаҡ

“Һөт кухняһы” балалар туҡланыуы өсөн биойод менән байытылған йогурт етештереүҙе планлаштыра.

“Торатау” конгресс-холында республика халҡын йод менән тәьмин итеүҙең заманса йүнәлештәре темаһына арналған "түңәрәк өҫтәл" ойошторолдо.
Сауҙа һәм хеҙмәттәр күрһәтеү министры Алексей Гусев республикала йөклө ҡатындарҙы, бала имеҙгән әсәләрҙе һәм өс йәшкә тиклемге балаларҙы бушлай туҡландырыу буйынса башҡарылған эштәр тураһында һөйләне.
“Быйыл уҡ “Һөт кухняһы” балалар туҡланыуы өсөн биойод менән байытылған йогурт етештереүҙе планлаштыра. Бөгөн “Стандартинформ” федераль дәүләт унитар предприятиеһында теркәлгән шәхси техник шарттар әҙер, яңы аҙыҡҡа лаборатор һынауҙар дауам итә. Бер үк ваҡытта һөткә техник шарттар әҙерләнә”, - тип белдерҙе Алексей Гусев.
Ул хәҙерге ваҡытта йодҡа ҡытлыҡтың Рәсәйҙең бөтә төбәктәренә, шул иҫәптән Башҡортостанға ла, хас булыуын белдерҙе. Шуға күрә “Һөт кухняһы” аҙыҡтары рецептураһына, экологик хәлде һәм йодҡа ҡытлыҡты иҫәпкә алып, йодты индереү буйынса эш бара. “Һөт кухняһы” учреждениеһы директоры Эльдар Сәйғәфәров әйтеүенсә, әле йогурт яраҡлылыҡ срогын раҫлау өсөн һынау үтә. Аҙаҡ ул аҙыҡ һәм биологик ҡиммәтен асыҡлау маҡсатында Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенә ебәреләсәк. Дәүләт теркәүе тураһындағы таныҡлыҡ федераль орган – Мәскәүҙәге Гигиена һәм эпидемиология үҙәге трафынан биреләсәк.
Технологтарҙың әйтеүенсә, биойодтың тәме лә, еҫе лә юҡ, һөттә тиҙ ирей. Һөт продукцияһының тәме үҙгәрмәйәсәк. Йогурт өҫтәмә иҫәбенә физик-химик составы буйынса бик үҙенсәлекле аҙыҡҡа әүерелә. Ул ҡалҡан биҙе сирҙәре хәүефен кәметә, хәтерҙе яҡшырта. "Түңәрәк өҫтәл" эшендә федераль власть органдарының территориаль бүлексәләре һәм республиканың власть органдары вәкилдәре, “Иннбиотех”, “НПП ”Кристалл” ойошмалары, Калинин исемендәге агросәнәғәт предприятиеһы, юридик берәмектәр ҡатнашты.


Фото: "Бәйләнештә".
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: