Башҡортостанда алимент буйынса бурысы булғандар менән социаль килешеүҙәр төҙөлә. Был ауыр тормош хәленән сығырға, бюджеттан аҡса алырға, эш табырға, кәрәк икән, яңы һөнәр үҙләштерергә, эшҡыуар булып китергә һәм килемдән алимент түләргә мөмкинлек бирергә тейеш.
Ошо хаҡта Суд приставтары федераль хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы һәм республиканың Хеҙмәт министрлығы ойошторған онлайн-матбуғат конференцияһында билдәле булды.
Хеҙмәт министрының беренсе урынбаҫары Ольга Кабанова билдәләүенсә, килешеүгә ҡул ҡуйған һәр кемгә килешеүҙә яҙылған сараларҙы тормошҡа ашырырға ярҙам итеү өсөн куратор тәғәйенләнә.
2020 йылда Башҡортостанда алты мең контракт төҙөлгән, быйыл уларҙың һанын арттырыу планлаштырыла. Шул маҡсатта федераль бюджеттан 383 миллион һум алыу күҙаллана.
Контрактта бәйлелектән дауаланыу, шулай уҡ артабан реабилитациялау ҡаралған.
Суд приставтары федераль хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы етәксеһе Илнур Мәхмүтов һүҙҙәренсә, әлеге ваҡытта Башҡортостанда алимент буйынса бурысы булған биш кеше ошондай ярҙам ала.
Социаль килешеү төҙөү өсөн ғаризаны күп функциялы үҙәктә, Республика социаль ярҙам үҙәгендә, мәшғүллек үҙәктәрендә бирергә мөмкин.
Консультация алыу өсөн телефон: 8-347-200-80-80.