Тормошта ауырлыҡтар тыуып ҡына тора, эшһеҙ ҡалыуың да, хеҙмәт хаҡың барыһына етешмәүе лә мөмкин. Социаль контракт нигеҙендә адреслы ярҙам программаһы күптәргә ярлылыҡтан сығырға, мәшғүллек йәһәтенән ярҙам итте.
Былтыр дәүләттән субсидия алып үҙ эшен асҡан 506 кеше был хаҡта яҡшы аңлата алыр ине. Үҙ кәсебен йәйелдергәндәргә түләүҙәр 100 мең һумдан 250 мең һумға тиклем арттырылды.
Белорет районында йәшәгән Сергей Ломакин дәүләт ярҙамы нигеҙендә ҡорамал алып, үҙенең яратҡан шөғөлөн - тимерсе һөнәрен профессиональ кимәлгә сығарҙы. Ломакиндар әйтеүенсә, булышлыҡ бик ваҡытлы булған, кредит алырға ла кәрәкмәгән.
Быйыл социаль контракт дүрт йүнәлеш буйынса төҙөлә: эш эҙләү, йүнселлек, шәхси хужалыҡ менән шөғөлләнеү һәм ауыр тормош хәленән сығыуға йүнәлтелгән башҡа саралар. Был хаҡта тулыраҡ белергә теләһәгеҙ, Республика халыҡҡа социаль ярҙам итеү үҙәге филиалдарына, мәшғүллек үҙәктәренә, күп функциялы үҙәктәргә мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.
Фото: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.