Сибай ҡалаһында социаль туҡландырыу, шулай уҡ Көньяҡ Уралда кластерҙар инициативаһын үҫтереү мәсьәләләренә бағышланған семинар ойошторолдо.
Башҡортостандың Социаль туҡландырыу предприятиелары ассоциацияһы рәйесе Виталий Черевков билдәләүенсә, аутсорсинг ҡатнашлығында социаль учреждениеларҙа туҡландырыуҙы ойоштороу аҙ сығымдар талап итә һәм быға урындағы тауар етештереүселәрен йәлеп итергә мөмкин.
– Ауыл хужалығы тауар етештереүселәрен, эшкәртеүселәрҙе, логистик үҙәктәрҙе һәм ритейлдарҙы берләштереү юлы менән Көньяҡ Уралда тауар етештереүселәр сылбырын төҙөү – төп идея, – тине Башҡортостан сауҙа һәм хеҙмәттәр күрһәтеү министры Алексей Гусев. – Ул урындағы ҡулланыусыларҙың ихтыяжын ҡәнәғәтләндереүгә йүнәлтелергә тейеш.
Семинарҙың икенсе өлөшөндә һүҙ Көньяҡ Урал райондарында агросәнәғәт кластерын төҙөү тураһында барҙы.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.