Хәйбулла хәбәрҙәре
-5 °С
Болотло
ВКонтакте
Одноклассники
Телеграм
Баш
Рус
Бөтә яңылыҡтар
СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
6 Февраль 2021, 15:04
7 йәшкәсә балаларға түләүгә ғаризалар 1 апрелгә тиклем ҡабул ителә
Был кемдәргә ҡағыла?
2020 йылдың 1 июленән һуң балаһы тыуған йәки уллыҡҡа алған, шулай уҡ йыл дауамында Пенсия фондына балалар аҡсаһы алыу өсөн мөрәжәғәт итмәгән ғаиләләр 1 апрелгә тиклем 5 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләүгә ғариза яҙырға мөмкин.
Ғаризаны дәүләт хеҙмәттәре порталы аша ебәрергә йәки Рәсәй Пенсия фондының ҡала-райондарҙағы клиент хеҙмәттәренә мөрәжәғәт итергә була, шул иҫәптән 2020 йылдың 1 июленән һуң тыуған балаларға ла.
«Һәр баланың тыуыу тураһында таныҡлығы мәғлүмәттәрен һәм аҡса күсереү өсөн банк иҫәбе реквизиттарын күрһәтергә кәрәк. Балаларға аҡса алған ата-әсәләрҙең банк иҫәбе ябылған осраҡта ла ғариза талап ителә», — тип белдерҙеләр Рәсәй Пенсия фонды Башҡортостан буйынса бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтендә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 7 йәшкә тиклемге балаларҙың ата-әсәләре, опекундары һәм попечителдәре 5 мең һум күләмендәге бер тапҡыр бирелә торған түләү алыуға хоҡуҡлы.
Былтыр 3 йәшкә тиклемге балаларға айлыҡ түләү йәки 3-16 йәшлек балаларға бер тапҡыр бирелә торған аҡса алған ғаиләләргә декабрҙә Пенсия фонды 5 мең һумды автоматик рәүештә күсерҙе.
Башҡортостанда 2020 йылдың 17 декабренә 8 йәше тулмаған 387 мең балаға аҡса ғаризаһыҙ күсерелә.
Балаларға бер тапҡыр бирелә торған түләү тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте
бында
алырға мөмкин.
https://www.bashinform.ru/bash/1555266/
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?