Бөтә яңылыҡтар
СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
10 Ғинуар 2021, 15:07

“Изгелек ҡулсаһы” ярҙам итер

Ҡаты сирле балаларға ярҙам күрһәтеү менән шөғөлләнгән “Изгелек ҡулсаһы” тигән яңы фонд ойошторолдо

Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡаты сирле балаларға ярҙам күрһәтеү менән шөғөлләнгән “Изгелек ҡулсаһы” тигән яңы фонд ойоштороу тураһында белдерҙе.
“Өҫтәлемдә Фонд асыу тураһындағы Указ проекты ята. Фонд үтә лә хәүефле һәм хроник, һирәк осрай торған орфан ауырыуҙарына дусар булған балаларға ярҙам итәсәк. Уны беҙ “Изгелек ҡулсаһы” тип атарға булдыҡ”, – тине Президент
Яңы фонд килеме биш миллион һумдан ашыу булған кешеләргә физик берәмектәрҙең килеменә һалым ставкаһын арттырыу һөҙөмтәһендә алынған аҡса иҫәбенә төҙөлә.
“Ошо рәүешле 60 миллиард һум самаһы өҫтәмә килем аласаҡбыҙ. Фонд ойоштороп, ошо аҡсаны ҡиммәтле дарыуҙарға мохтаж булған балаларға ярҙам итеүгә йүнәлтергә һөйләштек”, – тип белдерҙе Владмир Путин.
Вице-премьер Татьяна Голикова әйтеүенсә, яҡын арала фондтың эше өсөн бөтә документтарға ҡул ҡуйылып ғәмәлгә инәсәк, әле проекттар тулыһынса әҙер.
Фото: bashinform.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас: