Яңы йылдың тәүге сәғәттәрендә Башҡортостандың бала табыу йорттарында 15 сабый донъяға килгән. Байрам төнөндә алты малай һәм туғыҙ ҡыҙ бала ғаиләләрҙе бәхетле иткән. Тәүге сабый сәғәт 1-се яртыла Өфөлә, республика перинаталь үҙәгендә тыуған. Ҡыҙ баланың ауырлығы - 3,5 килограмм, буйы - 52 сантиметр, тип хәбәр итә Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Софья Алешина.
Сағыштырыу өсөн: былтыр Яңы йыл төнөндә 20 сабый – 11 малай һәм 9 ҡыҙ бала донъяға килгәйне. Яңы тыуған сабыйҙар һаны буйынса 2015 йылдың төнө рекорд ҡуйған: бөтәһе 29 сабый – 19 малай һәм 10 ҡыҙ бала тыуып, ата-әсәләрен ҡыуандырғайны. Бәләкәстәргә сәләмәтлек, бәхет насип итһен!
https://bash.rbsmi.ru/articles/sotsial-m-s-l/15-sabiy-donya-a-kilde-617740/