Бөтә яңылыҡтар
СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
21 Декабрь 2020, 19:24

Владимир Путин: 7 йәшкәсә балалары булған бөтә ғаиләләргә Яңы йылға тиклем биш мең һум аҡса түләнә

*

Владимир Путин 17 декабрҙә уҙған матбуғат конференцияһында унан балалы ғаиләләргә ярҙам күрһәтеү тураһында бик күп һорау биреүҙәрен билдәләне.
«Быйыл сикләүҙәр арҡаһында балалар өсөн шыршылар булмай. Ә байрам киләсәккә өмөт, ышаныс менән бәйле. Беҙ дәүләт балаларға бүләк эшләй тип һөйләштек. Ете йәшкә тиклемге балалары булған бөтә ғаиләләргә бишәр мең һум түләйбеҙ, был аҡса ғаиләләге һәр балаға бирелә», — тип белдерҙе Рәсәй президенты.
Ғаиләләр ошо аҡсаны байрамға хәтлем алырға тейеш.
Читайте нас: