Бөтә яңылыҡтар
СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
18 Декабрь 2020, 20:51

Балалы ғаиләләр, һөйөнсө!

"Был Яңы йыл бүләге буласаҡ", - тине Владимир Путин, яҡшы яңылыҡ еткереп.

Владимир Путиндың бөгөнгө тура эфирҙағы матбуғат конференцияһын балалы ғаиләләр ҙә көтөп алды. Уларҙы пособиелар буйынса мәсьәлә борсой ине.
Илдә ете йәшкә тиклемге балалары булған ғаиләләргә ярҙам итеү программаһы булдырылды. Әгәр ғаиләлә һәр ағзаға тура килгән килем бер кешегә тейешле йәшәү минимумынан түбәнерәк булһа, киләһе йылдың 1 ғинуарынан һәр балаға бер йәшәү минимумы күләмендә пособие тәғәйенләнеүе ихтимал. Был турала ил Президенты белдерҙе.
“Беҙ хәлде тикшерергә, бының ғаиләләр килемендә ниндәй сағылыш табыуын анализларға ҡарар иттек. Һәм әгәр бөтә ғаиләләр ҙә бер йәшәү минимумына тиклем етә алмай икән, 2021 йылдың 1 ғинуарынан, тимәк, ике аҙнанан, беҙ һәр бала өсөн берешәр йәшәү минимумына тиң сумма түләйәсәкбеҙ", – тине Владимир Путин.
Дәүләт башлығы илдә ете йәшкә тиклемге балалар өсөн булдырылған ярҙам төрҙәре тураһында әйтте.
– Ауыр хәл, һәр ваҡыттағыса, балалары булған ғаиләләрҙә. Шуға күрә уларға ярҙам итеүҙең ҙур программаһын булдырҙыҡ – тыуғандан алып 1,5 йәшкә тиклем, 1,5 йәштән өс йәшкә тиклем һәм өс йәштән ете йәшкә тиклемгеләр өсөн, – тине ул.
Был программаларға ярашлы, ғаиләләрҙең һәр категорияһына түләүҙәр буйынса айырым нормативтар бар.
Тик, сер түгел, күптәр яҙ көнө бөтә балалар өсөн дә алған кеүек пособие тураһында яңылыҡ көтә ине. Владимир Путин бәләкәй балалары булған ғаиләләрҙең ышанысын аҡланы. Яңы йыл бүләге булараҡ, ете йәшкә тиклемге балалары булған ғаиләләргә бишәр мең һум аҡса түләнәсәк, тине ул.
Фото: eaomedia.ru
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: