Бөтә яңылыҡтар
СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
16 Декабрь 2020, 00:31

Сибайҙа хәлдәр нисек?

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Сибайҙа эш сәфәрендә булды.

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Сибайҙа эш сәфәрендә булды. Төбәк етәксеһе ихаталарҙы төҙөкләндереү барышы менән танышты, ҡала дауаханаһын ҡарап сыҡты, ҡаланы үҫтереү мәсьәләләрен тикшерҙе.
Республика Башлығы ташландыҡ “Сибай” ҡунаҡханаһы бинаһын ҡараны. Ул Сибай театр-концерт берекмәһе ҡаршыһында урынлашҡан. “Киләсәк фабрикаһы”н урынлаштырыу өсөн бинала капиталь ремонт планлаштырыла. Инновациялы эшҡыуарлыҡ йорто Урал аръяғындағы ижади йәштәрҙе һәм эшлекле берләшмәне туплаясаҡ. Ҡала хакимиәте проект-смета документтарын әҙерләй. Радий Хәбиров был башланғысты хупланы.
Фото: glavarb.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас: