Күптән түгел Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берекмәһе музыкаль премьера тәҡдим итте һәм яңы сәхнә экранын күрһәтте.
Тамашасыларға “Был айлы төндәр... 90-сыларҙан сәләм” тип аталған концерт программаһы әҙерләнгәйне. Сәхнә оҫталары уҙған быуаттың 90-сы йылдарының билдәле хиттарын башҡарып ҡыуандырҙы. Тамашасылар артистар менән бергә йырланы, бейене, балалыҡ һәм йәшлек йылдарын хәтергә төшөрҙө.
Ошо уҡ кистә халыҡҡа яңы ҙур сәхнә экраны һәм заманса проектор күрһәтелде. Был виртуаль концерт залы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы булдырылған. Уның ярҙамында хәҙер Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берекмәһе сараларын Рәсәйҙә генә түгел, ә донъяның һәр урынында ҡарап буласаҡ.
Билдәле булыуынса, "Мәҙәниәт" милли проекты "Мәҙәни мөхит", "Ижади кешеләр" һәм "Һанлы мәҙәниәт" федераль программаларын үҙ эсенә ала. Башҡортостанда был башланғысты тормошҡа ашырыу маҡсатында комплекслы эш ойошторолған.