Бөтә яңылыҡтар
СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
12 Ноябрь 2020, 13:15

Ирекмән булырға теләйһеңме?

Эпидемиологик хәл сәбәпле ирекмәндәргә ихтыяж артҡан. Яҙмалағы телефондар, һылтанмалар аша мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.

Эпидемиологик хәл сәбәпле Өфөлә #Беҙбергә (#Мывместе) ирекмәндәр штабының эше тергеҙелде.
Коронавирус инфекцияһы таралыу шарттарында айырыуса 65 йәштән өлкәндәр ярҙам-хәстәргә мохтаж хәлдә ҡалды, сөнки улар мөмкин тиклем өйҙәренән сыҡмаҫҡа тейеш. Әле ирекмәндәр ололарға аҙыҡ-түлек, дарыуҙар, башҡа кәрәк-яраҡ алып барыу эшен яңынан башланы.
Ярҙамға мохтаждар түбәндәге “Ҡыҙыу линия” телефондарына шылтырата ала:
8 800-200-34-11 - #Беҙбергә проектының колл-үҙәге;
8 800-201-89-03 – “Беҙҙең хәстәрлек” проектының колл-үҙәге.
Ә инде ирекмән булырға теләгәндәр гугл-форма тултырырға тейеш: https://forms.gle/uLTAnk7RQAkTTPpX6
Шулай уҡ был мәсьәләгә ҡағылышлы үҙегеҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙар менән Өфө ҡалаһы ирекмәндәре ассоциацияһына яҙа алаһығыҙ: https://vk.com/volonter_ufacity. Мывместе2020.рф сайтында ла ентекле мәғлүмәт менән танышырға мөмкин.
Фото: novobr.ru
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: