Хәйбулла хәбәрҙәре
+14 °С
Болотло
ВКонтакте
Одноклассники
Телеграм
Баш
Рус
Бөтә яңылыҡтар
СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
29 Октябрь 2020, 17:41
Башҡортостанда йәшәүселәр дауаханаға ятҡан осраҡта балаларын ваҡытлыса «Ғаилә» үҙәктәрендә ҡалдырырға мөмкин
*
Башҡортостанда йәшәүселәр дауаханаға ятҡан осраҡта өс йәштән өлкәнерәк балаларын ваҡытлыса «Ғаилә» үҙәктәрендә ҡалдырырға мөмкин.
Республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ата-әсә дауаханаға ятҡан һәм баланы ҡарарға кеше булмаған осраҡта, улар шәхсән йәки дауалаусы табип аша ғаилә хеҙмәтенә, социаль приютҡа йәки опека һәм попечителлек органына социаль хеҙмәттәр күрһәтеүгә ғариза менән мөрәжәғәт итә ала.
Республика хеҙмәттәренең адрестарын һәм телефондарын
һылтанма буйынса
табырға мөмкин.
Учреждениела баланы педагогтар һәм белгестәр күҙәтә. Ул алты тапҡыр туҡланыу, кейем-һалым менән тулыһынса дәүләт тәьминәтендә була, дәрестәргә йөрөй һәм туғандары, яҡындары менән бәйләнешкә сығыу мөмкинлегенә эйә.
Ата-әсә баланың хәле тураһында белеп тора. Уны теләгән ваҡытта өйгә алып ҡайтырға мөмкин.
https://www.bashinform.ru/bash/1514196/
Читайте нас: