Башҡортостан Республикаһының Ата-әсәләр һәм педагогтар ассоциацияһы “Ҙур ғаиләнең ҙур сәйәхәте” проекты менән Башҡортостан Башлығы грантына үткәрелгән III конкурста еңеү яулауы тураһында хәбәр иткәйнек.
Әлеге проектҡа ярашлы, ассоциация күп балалы ғаиләләр араһында “Кадрҙа – ғаилә” тип аталған конкурс үткәрҙе. Уны ойоштороуҙа Башҡортостандың Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды, Мәғариф һәм фән, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлыҡтары, Нуриман районы хакимиәте булышлыҡ күрһәтте.
Конкурстың төп еңеүселәре – Өфө ҡалаһынан Ватолиндар һәм Хәйбулла районының Аҡъяр ауылынан Солтановтар ғаиләләре сентябрь аҙағында хозур Нуриман районына өс көнлөк сәйәхәт менән бүләкләнде.
Сәйәхәттең һәр мәле профессиональ төркөм тарафынан видеояҙмаға төшөрөп барылды һәм уның нигеҙендә “Ҙур ғаиләнең ҙур сәйәхәте” тигән фильм эшләнде.
Фильмдың тулы варантын ноябрь айы башында республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының ғаилә порталында, проектты ойоштороусыларҙың социаль селтәрҙәге төркөмдәрендә һәм проекттың финалы булараҡ үтәсәк “Ғаилә ҡиммәттәре–2020” фестивалендә ҡарарға мөмкин буласаҡ.
Ә әлегә һеҙҙең иғтибарға фильмдың трейлерын тәҡдим итәбеҙ.
Фото: видеояҙманан скриншот.