Республикала пенсияға сығыу алдында торған кешеләрҙе өҫтәмә һөнәргә өйрәтеү буйынса саралар дауам итә.
Предприятие һәм ойошмалар “Демография” милли проектының “Өлкән быуын” федераль проекты мөмкинлектәрен юғары баһаланы, сөнки тап ошо программалар ярҙамында хәҙерге баҙар шарттарында, һанлы иҡтисадҡа күсеү осоронда хеҙмәткәрҙәрҙең конкурентлыҡҡа һәләтлелеген арттырырға мөмкин.
“Өфө һыу каналы” предприятиеһы ла ошо проектҡа ҡушылды. Илле йәштән өлкәнерәк эшселәр Башҡортостан тармаҡ-ара хеҙмәт һаҡлау, экология һәм хәүефһеҙлек институтында өҫтәмә һөнәрҙәр буйынса дәрес ала. Программалар етештереү шарттарын һәм хеҙмәткәрҙәрҙең квалификацияһына талаптарҙы иҫәпкә алып төҙөлгән. Уҡытыу граждандарҙың конкурентлыҡҡа һәләтлелеген күтәрергә, яңы технологияларҙы ҡулланыу серҙәрен үҙләштерергә ярҙам итәсәк. Мәҫәлән, авария-тергеҙеү эштәре слесары һөнәре буйынса уҡытыу ”Өфө һыу каналы” предприятиеһының технологияларын иҫәпкә алып үткәрелә. Теоретик белем биреү менән бергә программаға производствола ғәмәли күнекмәләргә өйрәтеү ҙә индерелгән.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, "Демография" милли проектының “Өлкән быуын” федераль проекты буйынса һөнәри белемде камиллаштырыу һәм уҡытыуҙы дауам итеү өсөн финанслау планлаштырылған.
Фото: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.