Хәйбулла хәбәрҙәре
+10 °С
Болотло
ВКонтакте
Одноклассники
Телеграм
Баш
Рус
Бөтә яңылыҡтар
СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
21 Октябрь 2020, 10:45
Аҡсамы, ерме?
Башҡортостан Хөкүмәте 13 октябрҙә түләүһеҙ ер урынына аҡсалата компенсация биреү тәртибен раҫланы. Кем, нисек аҡса аласаҡ? /
Башҡортостан Хөкүмәте 13 октябрҙә түләүһеҙ ер урынына аҡсалата компенсация биреү тәртибен раҫланы. Кем, нисек аҡса аласаҡ?
Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары “Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында”ғы законға үҙгәрештәр индерҙе. Элек түләүһеҙ ергә хоҡуҡлы ғаиләләр хәҙер участка урынына 250 мең һум аҡса алыу хоҡуғына эйә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, халыҡтың ике категорияһына ҡағылған түләүһеҙ ер участкалары биреү тураһындағы закон 2011 йылда ҡабул ителде. Өс һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән, шулай уҡ инвалид бала үҫтергән ғаиләләргә ҡарата ҡабул ителгәйне был ҡанун.
Ни өсөн законға үҙгәрештәр индерелде һуң? Беренсенән, эре ҡалалар эргәһендә буш ерҙәр бик аҙ, ә күп ғаиләләр тап ҙур тораҡтар янында участка алырға теләй. Шуға күрә сират бик яй ҡуҙғала. Мәҫәлән, Өфөлә 2018 йылда ни бары ике, 2019 йылда ете участка бүленгән. Сиратта әле 7 160 ғаилә тора. Икенсенән, байтаҡ тораҡтарҙа ер бүленһә лә, уларҙа йәшәү өсөн тейешле шарттарҙың – юлдарҙың, газ һәм электр утының булмауы ҙур ҡаршылыҡ тыуҙыра. Хәҙер ғаиләнең һайлап алыу мөмкинлеге бар: участка бүлеүҙәрен көтөргә йәиһә аҡсалата компенсация алырға.
Түләүҙе тотоноуҙың дүрт варианты ҡаралған: һатып алынған йәки төҙөлгән торлаҡҡа – йортҡа, фатирға түләү өсөн; йорт һалыу өсөн; ипотека кредитын өлөшләтә ҡаплау өсөн; йорт һалыу йәки шәхси хужалыҡ алып барыуға ер һатып алыу өсөн.
Эште ниҙән башларға? Түләүһеҙ ер алыуға иҫәптә ҡайҙа тороуығыҙға ҡарап, муниципалитетҡа йәиһә Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығына ғариза яҙырға кәрәк. Мәғлүмәттәр тикшерелгәс, 250 мең һум аҡса бирелеүе тураһында исемле танытма тапшырыла. Аҙаҡ средстволарҙы нимәгә тотоноуығыҙҙы асыҡлағас, аҡсаны күсереү хаҡында ғариза яҙырға тура киләсәк. Ҡулығыҙҙа йорт, ер һатып алырға йыйынғанығыҙҙы, ипотеканы ҡаплаясағығыҙҙы раҫлаған документтар булыуы шарт. Һәр йылға аҡса лимиты билдәләнәсәк.
Танытманы йыл ярым эсендә (18 ай) файҙаланыу мотлаҡ, аҙаҡ документ “яна”. Әгәр срок тамамланыуға бер ай ҡалғанда түләүҙе тотоноуға хоҡуғығыҙҙан файҙалана алмауығыҙ хаҡында хәбәр итһәгеҙ, һеҙҙе яңынан бушлай ер алыуға сиратҡа ҡуясаҡтар.
Фото: Chern.bezformata.com
Автор: Дина Арсланова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/sotsial-m-s-l/A-sami-erme-504761/
Читайте нас: