Бөтә яңылыҡтар
СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
14 Октябрь 2020, 22:45

Башҡортостанға 3-7 йәшлек балаларға түләү өсөн өҫтәмә рәүештә 1 миллиард 378 миллион һум бүленә

*

Башҡортостанға 3-7 йәшлек балаларға ай һайын пособие түләү өсөн Рәсәй хөкүмәтенең резерв фондынан өҫтәмә рәүештә 1 миллиард 378 миллион һум бүленә.
Тейешле бойороҡҡа хөкүмәт рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйған.
Төбәктәргә бөтәһе 8,8 миллиард һумдан ашыу йүнәлтелә. Өҫтәмә финанслау кәрәклеге ата-әсәһе түләүгә хоҡуғы булған балаларҙың артыуы менән бәйле. Рәсәйҙә улар — 3,8 миллиондан ашыу.
3-7 йәшлек балаларға айлыҡ пособие Президент указы менән 2020 йылдың 1 ғинуарынан индерелде һәм 1 июндән түләнә башланы. Пособие түбән килемле ғаиләләгә бирелә.
Уның күләме балаға төбәктәге йәшәү минимумының 50% тәшкил итә. Был төбәккә ҡарап айынса яҡынса 5,5 мең һум була.
Пособие юллау өсөн дәүләт хеҙмәттәре порталында электрон ғариза бирергә, күп функциялы үҙәккә йәки социаль яҡлау органдарына барырға мөмкин.
Читайте нас: