Бөтә яңылыҡтар
СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
5 Октябрь 2020, 16:16

"Әсәй, эсмә!"

*

Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә вице-премьер – республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова үтә мөһим “Минең ғаиләм” проекты тураһында һөйләне. Уның сиктәрендә 610 бала приюттарҙан ғаиләләренә ҡайтҡан. Был – табиптар һәм социаль хеҙмәткәрҙәрҙең эскән ата-әсә менән эшләү һөҙөмтәһе.
Проект төбәктә былтыр ғинуарҙан тормошҡа ашырыла башлағайны. Илдә һәм республикала етемдәр һаны кәмеүгә ҡарамаҫтан, социаль етемдәр арта. Уларҙың 76 процентының ата-әсәһе иҫән. Башҡортостанда йыл һайын 3200 бала социаль приюттарға урынлаштырыла, уларҙың һәр бишенсеһе эскеселәр ғаиләһенән тартып алына.
“Минең ғаиләм” проекты сиктәрендә социаль хеҙмәттәр, табиптар һәм муниципалитеттар көстәре берләшкән. Проектта 115 табип нарколог-психиатр, 103 ғаилә һәм социаль приют белгесе ҡатнашҡан. Уларҙың барыһы ла махсус курста уҡыған..
Тәүҙә улар ғаиләләргә бара һәм ата-әсәне эсеүҙән баш тартырға өгөтләй. Медицина реабилитацияһы үткәс, белгестәр ғаиләне контролдә тота, дауалау мотлаҡ медицина страховкаһы аҡсаһына башҡарыла.
Ленара Иванова белдереүенсә, ун ай эсендә проект 438 ғаилә менән эшләгән, уларҙа 922 бала тәбриәләнә. 346-ата-әсә дауа алған, 92 кеше баш тартҡан.
– Дауаланыуға йүнәлтелгән ата-әсәнең 79 проценты – әсәләр. 287 кеше ремиссия хәлендә, 153 кеше эшкә урынлаштырылды. Шул уҡ ваҡытта дауаланыуҙан һуң кире эсә башлаған осраҡтар ҙа булды. Һөҙөмтәлә 610 бала ғаиләһенә ҡайтты. 186 бала приютҡа эләгеү хәүефенән йолоп алынды, – тине ул.
Проектта Өфөнән – 73, Белореттан – 30, Ейәнсура районы һәм Салауат ҡалаһынан 16-шар, Благовещен районы һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһынан 14-шәр, Бәләбәйҙән 13 ғаилә ҡатнашҡан.
Фото: postila.ru
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: