Башҡортостанда 2020 йылдың һигеҙ айында 25 бала алкоголдән ағыуланған, тип хәбәр итте Роспотребнадзорҙың республика идаралығы.
Әйтәйек, Өфөлә 13 бала спиртлы эсемлектәр ҡулланыу эҙемтәләренән вафат булған. Улар араһында туғыҙ айлыҡ сабый һәм бер йәшлек бала бар. Дүрт балаға – ун өсөшәр йәш, биш 14 йәшлек үҫмер үлгән. Шулай уҡ Стәрлетамаҡта, Бөрөлә, Ишембайҙа, Салауатта, Дүртөйлө, Салауат, Өфө райондарында балалар үлеме осраҡтары теркәлгән.
Йыл башынан республикала 105 кеше хәмерҙән ағыуланып вафат булған. Спирт ҡулланыуҙан үлем осраҡтарының күбеһе – Өфөлә.
Ғинуар-август айҙарында наркотик матдәләр менән ағыуланыуҙың 96 осрағы теркәлгән, шуларҙың 65-е – үлемесле.
Углерод әсемеһенән 116 кеше ағыуланған, 90-ы йән биргән. Аҙыҡ-түлек менән ағыуланыуҙың 26 осрағы теркәлгән, шуларҙың 22-һе – бәшмәк менән.
Токсикологик мониторингтың яҡынса мәғлүмәттәре буйынса, ғинуарҙан авгусҡа тиклем 1 638 химик этиологиялы киҫкен ағыуланыу осрағы күҙәтелгән, шуларҙың 380-е, йәки 23,2% — үлемесле.