Бөтә яңылыҡтар
СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
26 Август 2020, 21:43

Теләге булғандар акцияға ҡушыла ала

“Республикала “Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит” тип исемләнгән акция бара, тип ишеткәйнем. Ошо сарала ҡатнашҡым һәм ауыр тормош хәлендә ҡалғандарға ярҙам иткем килә. Бының өсөн ҡайҙа мөрәжәғәт итергә мөмкин?

“Республикала “Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит” тип исемләнгән акция бара, тип ишеткәйнем. Ошо сарала ҡатнашҡым һәм ауыр тормош хәлендә ҡалғандарға ярҙам иткем килә. Бының өсөн ҡайҙа мөрәжәғәт итергә мөмкин?

Э. МОРАТОВА”.

– Башҡортостанда йыл һайын Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы тарафынан “Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит” тигән хәйриә акцияһы үткәрелә. Уның маҡсаты – ауыр тормош хәлендәге ғаиләләргә һәм балаларға яңы уҡыу йылына әҙерләнергә ярҙам итеү.

Был акцияла күптәрҙең ҡатнашырға теләүе һөйөндөрә. Мәҫәлән, “Изге йөрәк” төркөмө – Өфөләге Ленин районының ғаилә хеҙмәте менән берлектә канцелярия тауарҙары, “Өфө” локомотив депоһы Шишмә районындағы “Ғаилә” район-ара үҙәгенең социаль приют бүлексәһе балалары өсөн мәктәп йыйылмалары рәүешендәге бүләк биреү хаҡында фекер алыша. Сараға башҡа сауҙа селтәрҙәре лә ҡушыла.

Коронавирус инфекцияһы сәбәпле, хәлдәр еңел булмаһа ла, хәйриә эше менән шөғөлләнгәндәр байтаҡ. Тотош ғаиләләре менән мохтаждарға ярҙам итергә әҙерҙәр бар. Ә был акцияны “Ғаилә” республика ресурстар үҙәге менән “Һөйөү менән” балалар хәйриә фонды ойоштора. “Ғаилә” үҙәктәрендә мәктәп кәрәк-яраҡтары йыйыла.

Әгәр һеҙ ҙә балаларға ярҙам итергә уйлайһығыҙ икән, яңы канцелярия тауарҙары, дәфтәрҙәр, һүрәт төшөрөү, балалар ижады өсөн кәрәк-яраҡтары ғына ҡабул ителә. Портфелдәр, мәктәп формалары, әсбаптар, нәфис әҙәбиәт иһә яңы йәки яҡшы хәлдә булһын.

Хәйриә ярҙамы тип йыйылған барлыҡ әйберҙәр республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министр­лығы ҡарамағындағы халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү ойошмаларында иҫәптә торған ғаиләләргә таратып биреләсәк.
Автор: Айһылыу НИЗАМОВА әҙерләнең
Читайте нас: