“Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү бурысы булғандар 1 сентябрҙән ташламаға хоҡуҡлыларға тәғәйенләнгән айлыҡ аҡсалата компенсацияны (ЕДК) алмаясаҡ, тип ишеткәйнем. Был дөрөҫмө?
Зәйтүнә Нәғим ҡыҙы”.
– Ысынлап та, 1 июлдән ташламаға хоҡуғы булғандар торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә сығымдар өсөн айлыҡ компенсацияны ысынбарлыҡтағы сығым күләменә ҡарап ала башланы. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, инвалидтар һәм инвалид балалары булған ғаиләләр, радиация алған граждандар, хеҙмәт ветерандары, тыл хеҙмәткәрҙәре, күп балалы ғаиләләр ошо социаль түләүҙе ала. Ә был социаль түләү торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн тотонолған сығымды ҡаплау өсөн бирелә.
Шулай итеп, хәҙер торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәргә бурыс булырға тейеш түгел. Мәҫәлән, июлгә компенсация алыу өсөн 10 авгусҡа тиклем торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн бурыс ҡапланырға тейеш ине.