Өфөнөң Халыҡ мәшғүллеге үҙәге 1 сентябрҙән эшһеҙлек буйынса пособие күләменең үҙгәреүе тураһында хәбәр итә.
Коронавирус пандемияһы шарттарында эшһеҙ ҡалған халыҡты яҡлау буйынса булдырылған өҫтәмәләр һәм түләүҙәр туҡтатыла:
- минималь пособие күләме айына 1 725 һум тәшкил итәсәк (май-август айҙарында 5 175 һум тәшкил итте);
- бәлиғ булмаған йәштәге һәр бала өсөн пособиеға өс мең һумлыҡ өҫтәмә башҡаса түләнмәй (июнь-август айҙарында түләнде);
- 2020 йылдың 1 мартынан эшһеҙ тип танылған һәм эштән бушатылған граждандар өсөн билдәләнгән максималь пособие күләмен (13 949 һум) түләү туҡтатыла;
- 1 октябрҙән дә ҡалмай 2020 йылдың 1 мартынан эшмәкәрлеген туҡтатҡан һәм эшһеҙ тип танылған шәхси эшҡыуарҙарға билдәләнгән пособие күләме кәметелә - 13 949 һумдан 1 725 һумға тиклем.