Бөтә яңылыҡтар
СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
19 Август 2020, 16:31

Ташлама ваҡытын оҙайтырға теләйҙәр

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары Рәсәйҙең Дәүләт Думаһына яңы закон проектын тәҡдим иткән

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары Рәсәйҙең Дәүләт Думаһына яңы закон проектын тәҡдим иткән.

Әгәр ул ҡабул ителһә, өс һәм унан күберәк балаһы булған хеҙмәткәрҙәр, өлкән балаһына 18 йәш тулғанға тиклем, йыл һайын бирелә торған ялын үҙенә уңайлы ваҡытта алыу хоҡуғына эйә буласаҡ.

“Әлеге ваҡытта өлкән балаһына 12 йәш тулғанға тиклем күп балалы хеҙмәткәрҙәр үҙенә уңайлы ваҡытта ял итеү хоҡуғына эйә, – тип белдергән Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. – Ошо уҡ ваҡытта 12 йәштә баланың хоҡуҡи статусы үҙгәрмәйәсәк. Ғаилә бала бәлиғ булғанға тиклем күп балалы статусын һаҡлай һәм ошо ваҡыт эсендә дәүләт биргән өҫтөн­лөктәрҙе файҙаланыу мөмкинлегенә эйә булырға тейеш. Беҙ ошо ташлама ваҡытын оҙайтырға тәҡдим итәбеҙ”.

Парламентта билдәләүҙәренсә, был үҙгәрештең хеҙмәт тураһындағы закондарға индерелеүе күп балалы ғаиләнең йәмғиәттәге статусына яҡшы йоғонто яһаясаҡ.
Автор: Айһылыу НИЗАМОВА әҙерләне
Читайте нас: