Бөтә яңылыҡтар
СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
15 Август 2020, 10:45

Ә бурыслыларға был ташлама бирелмәйәсәк

Килешеүҙе тапшырғас та коммуналь хеҙмәттәргә ташлама ҡабат аяҡҡа баҫтырыла.

Быйылғы йылдың 1 июленән торлаҡ майҙаны һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә сығымдарҙы ай һайын аҡсалата компенсациялау күләмен иҫәпләү тәртибе үҙгәрҙе. Был ташлама айырым категория граждандарға ғына бирелә. Рәсәй Федерацияһы Торлаҡ кодексының 160-сы статьяһының 3-сө өлөшөнә ярашлы, ташламаға барлыҡ төр торлаҡ-коммуналь-хеҙмәттәр буынса бурысы булмаған йәки был бурысты түләү буйынса килешеүҙе тейешенсә үтәгән граждандар ғына алырға хоҡуҡлы. Бурыслы булғандар иһә һуңлатылған бөтә түләүҙә кисекмәҫтән түләп ҡуйырға йәки был түләүҙе иҫәпләп ултырған ойошма менән килешеү төҙөргә тейеш. Артабан ошо килешеүҙе Халыҡты социаль яҡлау буйынса республика үҙәгенә алып килергә кәрәк. Был килешеүҙе тапшырғас та коммуналь хеҙмәттәргә ташлама ҡабат аяҡҡа баҫтырыла.
Фото: zen-yandex.ru.
Автор: Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас: