Башҡортостан Республикаһы Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 2020 йылдың 1 июленән торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәрҙе түләүгә граждандарҙың льготалы категорияһына бирелгән айлыҡ аҡсалата компенсацияның (ЕДК) күләмен билдәләү тәртибе үҙгәрҙе.
Рәсәй Федерацияһы Торлаҡ кодексының 160-сы статьяһының 3-сө өлөшөнә ярашлы, айлыҡ аҡсалата компенсация бөтә төр торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәрҙе түләүгә бурыстар булмағанда йәки граждандар уны ҡаплау буйынса килешеүҙе төҙөгәндә һәм (йәғни) үтәгәндә ғына биреләсәк.
Торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәрҙе түләүгә бурыстар булған осраҡта льгота алыусыларға уларҙы ҡапларға йәки ошо хеҙмәттәрҙе күрһәткән ойошмалар менән уларҙы ҡаплау тураһында килешеү төҙөргә кәрәк. Был ойошмалар хаҡында мәғлүмәт түләү квитанцияларында бирелгән. Граждандың бурысы булған һәр ойошма менән килешеү төҙөлә.
Килешеүҙәр төҙөлгәндән һуң, бурыстары булған граждандарға уларҙы йәшәү урыны буйынса күп функциялы үҙәккә (МФЦ) йәки Республика халыҡты социаль яҡлау үҙәгенә алып килеү зарур.
Граждандың торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәрҙе түләү буйынса бурысы хаҡында мәғлүмәт 10 сентябргә тиклем Республика халыҡты социаль яҡлау үҙәгенә ебәрелә. Әгәр килешеү күрһәтелһә, айлыҡ аҡсалата компенсация йәнә түләнә башлаясаҡ.
фото:Башҡортостан Республикаһы Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте