Бөтә яңылыҡтар
СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
6 Июль 2020, 10:53

Мөхәббәт һәм тоғролоҡҡа баһа

Бөтә Рәсәй Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө алдынан Хәйбулла районы хакимиәтендә өлгөлө ғаиләләр тәбрикләнде.

Ғаиләнең ныҡлығы - ир менән ҡатындың пар аҡҡоштарҙай тоғролоғонда, бер-береһенә терәк һәм кәрәк булыуында, балалар үҫтереп, уларҙы матур тәрбиәләүе, башҡаларға өлгө күрһәтеп йәшәүендә.
Бөтә Рәсәй Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө алдынан Хәйбулла район хакимиәтендә Йәнтеш ауылынан Сәйҙә һәм Әхмәтйән Исҡужиндарға “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалы тапшырылды. Улар 41 йыл татыу ғүмер кисерә. Дүрт бала тәрбиәләп үҫтереп, белем алырға ярҙам итеп, оло тормош юлына сығарғандар. Бөгөн дә өлкәндәр тирә-йүндәгеләргә өлгө булып, иңгә-иң терәшеп, матур ғүмер кисерәләр. Ауылдың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашалар. Ҡунаҡсыл, яҡты йөҙлө, аралашыусан, хөрмәтле ғаилә улар.
Ошо уҡ көндә Быҙаулыҡ ауылынан Лариса Байғужина, Хворостянканан Алеся Андрейчева һәм Комсомолдан Гөлгөнә Нурғәлиналар “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнде. Улар бишәр бала тәрбиәләй.
Фотолар Рөстәм Шәриповтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: