Бөтә яңылыҡтар
СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
6 Июль 2020, 11:01

“Үҙемдән үҙем ризыҡ ҡыҙғанам...”

“Ҡайһы бер ҙә магазинға инһәм, ундағы тәмле-татлы ризыҡтарҙы, ымһындырып ятҡан еләк-емеште күреп, алып ашап ҡарау теләге тыуа, әммә “юҡ, мин уны ашамаһам да, йәшәйем бит” тип үҙемде тыям...”

Яңыраҡ хеҙмәти бурыстарына ярашлы оло йәштәгеләр менән даими эшләгән һеңлем бер хәл тураһында һөйләне. Уның менән гел аралашҡан оло йәштәге ҡатын банкта йыйылған аҡсаһына бәйле һорауы тыуыуы, уға ниндәйҙер яңы хеҙмәттәр тәҡдим итеүҙәре, быға ышанырғамы-юҡмы, тип белешә. Һеңлем, банк хеҙмәткәре булмаһа ла, үҙе белгәнсә һәм интернет ярҙамында кәңәштәр бирә.
Оло йәштәге ҡатын банктағы бер иҫәбендә 600 мең һумдан, икенсеһендә 500 мең һум аҡсаһы йыйылыуы тураһында, ул аҡсаны тинләп-һумлап йыйыуы хаҡында һөйләй. “Ул тиклем сумманы ниндәй маҡсат менән йыяһығыҙ?” – тип һорауға, “Үлеп-фәлән китһәм, балаларға ыҙамды һалмайым, уларҙың аҡсаһы сыҡмаһын”, - тигән яуап алына.
Белгес булараҡ һеңлем, аҡса йыйыуҙы йәшәү маҡсатына әйләндерергә ярамауы, “үҙегеҙ теләгәнсә йәшәгеҙ, тотоноғоҙ, нимә теләйһегеҙ – шуны алып ашағыҙ, күңелегеҙгә ятҡанды һатып алып кейегеҙ, ял итегеҙ, һаулығығыҙҙы нығытығыҙ”, тип әйтеп ҡарай, тик оло кешенең ҡарашын, фекерен үҙгәртеп буламы ни инде...
“Ҡайһы бер ҙә магазинға инһәм, ундағы тәмле-татлы ризыҡтарҙы, ымһындырып ятҡан еләк-емеште күреп, алып ашап ҡарау теләге тыуа, әммә “юҡ, мин уны ашамаһам да, йәшәйем бит” тип үҙемде тыям”, - тиеүе бөтөнләй аптырауға һала.
“Балаларыма”, “ҡара көнгә”, “үлеп-фәлән китһәм” тип һәр һумыңды банк иҫәбенә һалыу, үҙеңдән-үҙең аҡса ҡыҙғаныу – дөрөҫмө? Эйе, йыйынсаҡлы булыу – әлбиттә, яҡшы, әммә һәр нимәлә сама кәрәктер ул...
Фото: newsbuzz.ru
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: