Бөтә яңылыҡтар
СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
4 Июль 2020, 10:26

Компенсация яңыса түләнәсәк

1 июлдән торлаҡ-коммуналь хужалыҡ сығымдары өсөн айлыҡ аҡсалата компенсацияны фактик сығымдар буйынса түләү башланасаҡ.

Ҡануниәткә ярашлы, быйыл 1 июлдән торлаҡ-коммуналь хужалыҡ сығымдары өсөн айлыҡ аҡсалата компенсацияны фактик сығымдар буйынса түләү башланасаҡ. Был түләү ташламаға хоҡуғы булғандар өсөн бирелә, Башҡортостанда бындай кешеләр һаны 500 меңдән ашыу. Быға тиклем бөтәһе лә стандарттар буйынса, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы тарафынан һәр муниципалитет өсөн айырым иҫәпләнгән айырым бер сумманы ала ине.
Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәрен түләүҙең айлыҡ аҡсалата компенсацияға күсеү нимәне аңлата? Был турала аңлатманы республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Татьяна Глухова бирҙе.
Ташламаға хоҡуғы булған һәр кем өсөн был компенсация июль айы өсөн айырым иҫәпләнәсәк. Бында уның хеҙмәттәргә түләү өсөн тотонолған фактик сығымдары һәм уның льготалы категорияһына ярашлы ҡануниәт тарафынан ҡаралған ташлама күләме иҫәпкә алынасаҡ. Мәҫәлән, хеҙмәт ветераны компенсацияны торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн тотонолған сығымдың 50 проценты кимәлендә аласаҡ, тик норматив тотоноу һәм дөйөм майҙандың социаль нормаһынан (18 квадрат метр) ашыу түгел. Әгәр хеҙмәт ветераны менән тағы бер хеҙмәт ветераны йәшәй һәм уларҙың дөйөм майҙаны 32 квадрат метр икән, уларҙың һәр береһенә фактик ҡараған 16 квадрат метр майҙан иҫәпләнәсәк.
– Бында беҙҙең халыҡҡа шуны аңларға кәрәк: һөҙөмтәлә ҡайһы берҙәренең түләүҙәре кимәле кәмеүе ихтимал, сөнки улар хәҙер тулыһынса фактик тотонолған сығымдарҙан сығып иҫәпләнәсәк. Сығымдар күберәк икән, компенсация ла күберәк буласаҡ, – ти Татьяна Глухова.
Ай һайын түләнгән аҡсалата компенсация күләмен иҫәпләү өсөн торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә яҙылған сумманы ҡарарға кәрәк, ул үткән ай өсөн киләһе айҙың 10-на тиклем билдәләнә. Ябай итеп әйткәндә, июль өсөн коммуналь түләүҙәрҙе 10 авгусҡа тиклем түләргә кәрәк. Бөтә тейешле түләүҙәр тураһындағы мәғлүмәттәр Республика халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәгенә айҙың 15-нә тиклем ебәрелә.
– Шуныһын да хәтерҙән сығармағыҙ, был аҡсалата компенсация граждандың быға тиклем түләгән сығымы өсөн бирелә. Шуға күрә, әгәр уның бурыстары бар икән, уға компенсация түләнмәйәсәк, – тине министр урынбаҫары.
Әлеге тәртип буйынса, июль өсөн компенсация августа иҫәпләнәсәк һәм сентябрҙә түләнәсәк. Август өсөн – октябрҙә. Тимәк, фактик сығымдар буйынса компенсация ике айҙан һуң түләнә. Июль һәм август айҙары өсөн түләүҙәр элекке тәртип буйынса, дөйөм стандартҡа ярашлы киләсәк.
Был эш өсөн яуаплы белгестәр бөгөндән тәүлек әйләнәһенә эш башлаған. Улар ташламаға хоҡуҡлы граждандар яңы тәртип буйынса аҡсаны сентябрҙә үк алһын өсөн тырыша. Тағы шуға иғтибар итегеҙ, был компенсация пенсияға, айлыҡ аҡса түләүгә ҡағылмай.
Фото: "Бәйләнештә".
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: