Бөтә яңылыҡтар
СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
30 Июнь 2020, 11:38

Тағы ла айлыҡ аҡсалата компенсация (ЕДК) тураһында

Халыҡтың һорауҙарына Башҡортостан Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы һәм Республика халыҡты социаль яҡлау үҙәге белгестәре аңлатма бирҙе.

Республика халҡынан айлыҡ аҡсалата түләүҙәргә (ЕДВ) һәм айлыҡ аҡсалата компенсацияға (ЕДК) ҡағылышлы һорауҙар бик күп алына. Уларға Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы һәм Республика халыҡты социаль яҡлау үҙәге белгестәре аңлатма бирҙе.
Әлеге көндә халыҡты социаль йәһәттән хеҙмәтләндергән органдарға бик көсөргәнешле шарттарҙа эшләргә тура килә. Өс йәштән ете йәшкә тиклемге балаларға бығаса булмаған айлыҡ аҡсалата түләү (ЕДВ) булдырылды. Ул ғариза нигеҙендә генә түләнә. Ә башҡа кәрәкле мәғлүмәттәрҙе, шул иҫәптән ғаиләнең килеме тураһында белешмәне Республика халыҡты социаль яҡлау үҙәге белгестәре үҙаллы туплай. 2020 йылдың беренсе яртыһында әлеге маҡсатта федераль бюджеттан республикаға 945,5 миллион һум аҡса бүленгән, уның 600 миллион һумдан ашыуы пособиеға хоҡуғы булыусыларға түләнгән.
20 майҙан алып Республика халыҡты социаль яҡлау үҙәге белгестәре ведомство-ара хеҙмәттәшлек каналдары буйынса 1 500 000 самаһы белешмә ебәргән. Июнь башына “Дәүләт хеҙмәттәре”нә беҙҙең төбәктән генә 55 меңдән ашыу ғариза алынған ине. Был бик ҙур хеҙмәт, ваҡыт талап итә. Швға күрә Республика халыҡты социаль яҡлау үҙәге белгестәре ата-әсәләрҙән хәлде аңлап ҡарауын һорай.
Шулай уҡ айлыҡ аҡсалата компенсацияға (ЕДК) ҡағылышлы һорауҙар ҙа бик күп алына.
Белеүегеҙсә, федераль законға ярашлы, 1 июлдән ташламаға эйә булыусылар торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә сығымдар өсөн айлыҡ аҡсалата компенсацияны (ЕДК) ысынбарлыҡтағы сығымы күләменә ҡарап алыуға күсә. Беҙҙең республикала уларҙың һаны 500 меңдән ашыу. Быға тиклем уларға Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы тарафынан һәр муниципаль берәмек өсөн аныҡ билдәләнгән сумма түләнеп килде.
Был нимәне аңлата? Льготаға эйә булған һәр гражданға, уның торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн күпме аҡса түләгәнен иҫәпкә алып, өҫтәмә аҡса, йәғни ЕДК шәхсән билдәләнәсәк. Әле социаль хеҙмәттәр тарафынан ошо йүнәлештәге эш – иҫәпләүҙәр тәүлек әйләнәһенә алып барыла.
Бында һәр кем шуны аңларға тейеш: компенсация күләме фәҡәт торлаҡ-коммуналь хеҙмәт өсөн түләнгән сығымға бәйле буласаҡ. Мәҫәлән, әгәр кеше был маҡсатта бер тин дә аҡса сарыф итмәһә, тимәк, уға ЕДК түләнмәйәсәк. Түләүҙәрҙе билдәләгәндә ҡулланыу нормативтары һәм тораҡ майҙандың социаль нормалары ла иҫәпкә алынасаҡ.
Тағы ла шуға иғтибар итергә кәрәк: был түләүҙәр пенсия менән бәйле түгел, ул бары тик пенсия менән бергә таратыла ғына.
Был түләүҙәр кемгә тейеш – барыһа ла уларҙы аласаҡ.
Фото: poglyad.tv
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: