Балаларын яңғыҙ үҫтергән ата-әсәләр коронавирус инфекцияһы тыуҙырған ауыр хәл сәбәпле дәүләттән аҡсалата ярҙам алырға тейеш.
Был хаҡта Милли ата-әсәләр комитеты рәйесе Ирина Волынец белдерҙе.
Милли ата-әсәләр комитеты был тәҡдимде Дәүләт Думаһына ебәрҙе. Ойошма фекеренсә, яңғыҙ ата-әсәләргә йыл аҙағына тиклем ай һайын һәр ғаилә ағзаһына ике йәшәү минимумынан да әҙ булмаған компенсация түләнергә тейеш.