Бөтә яңылыҡтар
СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
1 Июнь 2020, 13:43

Өфөлә «Изге былау» онлайн-акцияһы 10 йәшлек ҡыҙ өсөн коляскаға аҡса йыйҙы

*

Өфө, Дондағы Ростов, Сочи, Рига һәм Владимир ҡалаларының 12 ресторанынан 1000 өлөш былау 10 йәшлек Мәликә Шивыригина өсөн инвалид коляскаһына кәрәкле сумма йыйырға ярҙам итте. Ҡыҙыҡай церебраль фалиждан һәм үҙ аллы йөрөргә мөмкинлек бирмәгән тағы бер нисә ауыр сирҙән яфалана.
«Изге былау» акцияһында ҡатнашыусылар 217 мең һум йыйҙы, уның 149 меңе Бәләбәй районы Приют ҡасабаһынан ҡыҙыҡай өсөн коляска һатып алыуға йүнәлтелде. Ҡалған аҡса «Ғүмер һыҙаты» программаһына ебәрелде.
Читайте нас: